Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2014, 17:50

Башҡортостандан Ҡырым халҡына гуманитар йөк оҙатылды

Бөгөн Өфөлә Дуҫлыҡ монументы алдындағы майҙанда Башҡортостан Республикаһынан Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына, Ҡырым ярымутрауы рәсәйлеләренә гуманитар йөк оҙатылды. Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында беренселәрҙән булып Ҡырым халҡына ярҙам итеү әҙерлеге тураһында белдерҙе. БР Хөкүмәтенең резерв фонды иҫәбенә аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар менән автоҡарауан йыйылды. Гуманитар йөк йыйыуҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау һәм ауыл хужалығы министрлыҡтары, БР Хөкүмәте Аппараты ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, «был гуманитар йөк һәм матди ярҙам ябай ғына түгел, ә иң тәүҙә изге ихтыяр һәм туғандаш халыҡҡа ысын күңелдән сыҡҡан ярҙам итеү теләге».
Гуманитар автоҡарауан составына дүрт ҙур йөк машинаһы инде. БР Ауыл хужалығы министрлығы «Башагрпродукт» дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә 36 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләгәндәр, унда Ҡырым хакимиәте һораған туҡланыу продукттары ингән, улар: он, ярмалар, макарондар, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал.
- Бөтә аҙыҡ-түлек – Башҡортостан производствоһы, бик сифатлы. Ҡырым Республикаһы халҡы беҙҙең продукция менән ҡәнәғәт булыр, тип ышанам. Беҙ тәү сиратта ябай кешеләр тураһында уйлайбыҙ, сөнки беҙ – туғандаш төбәктәр һәм бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейеш. Рәсәй дуҫлығы, берҙәмлеге һәм ошондай яҡшы эштәр менән көслө, — тип билдәләне БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.
Шулай уҡ, Ҡырымға оҙатылған йөк составына, медицина тәғәйенләнешендәге препараттар, 70-ләгән төр дарыуҙар инде. Гуманитар миссия етәксеһе һәм ойоштороусыһы, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков ярҙам акцияһын әҙерләгән бөтә хеҙмәттәрҙең дә яуаплы һәм көйлө эшен билдәләне.
- Беҙҙең халыҡтар һәм саҡ бергә булды. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер беҙҙең йөрәктәр ҡырымдарҙың йөрәктәре менән бергә тибә, сөнки улар Рәсәй составына ҡайтыуҙарына нисек ҡыуанғадарын беләм, — тине сәләмләү телмәрендә Сергей Новиков.
Ҡырымға гуманитар йөк менән бергә республика халҡының йылы теләктәре лә оҙатылды. «Рәсәй өсөн» халыҡ фронты» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектә «Ҡырымға хат» акцияһын ойошторҙо. Ҡырымдарға изге теләктәр менән хаттарҙы Өфөнөң һәм Башҡортостандың йөҙләгән вайымлы кешеһе ебәргәйне.
- Бөгөн хисле фон ҙур роль уйнай, һәм беҙҙең ярҙам, «беҙ бергә» һүҙҙәре – бер ваҡытта ла булмағандай урынлы, — тине «Рәсәй өсөн» халыҡ фронты» йәмәғәт хәрәкәте ағзаһы Эльвира Айытҡолова.
Йөктө оҙатыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, отец Евгений, билдәле яҙыусы Михаил Чванов, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Рәил Әсәҙуллин һәм педагогия университеты студенттары ҡатнашты.
Гуманитар йөк менән машиналар өс көн дауамында «Кавказ» портына барып етергә планлаштыра, унан автомобилдәр колоннаһы борам менән Ҡырым Республикаһынң баш ҡалаһы Симферопогә барып етәсәк.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: