13:02 (UTC+5), 24 Марта 2014

Ғафури районында «Табын батыры-2014» ярышы уҙҙы

Ринат Сәғитов
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында милли көрәш буйынса «Табын батыры-2014» асыҡ зона турниры уҙҙы. Ярыштар Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов булышлығында муниципалитет хакимиәте һәм «Табын» район гәзите редакцияһы менән ойошторолдо.
Ярыштар республика халҡы араһында милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үтте. Турнирҙа Ғафури, Ишембай райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты.
- Күмәк спортты популярлаштырыу, ауыл халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса, төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Милли көрәш, күмәк спорт төрҙәренең береһе булараҡ, күп кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята һәм үҫтереү, тәрбиәләү, патриотик функциялар башҡара, — тип билдәләне Марсель Йосопов.
«Табын батыры» турниры – ул республиканың яҡын урынлашҡан райондары һәм ҡалалары спортсыларының осрашыу майҙансығы. Осрашыу йомғаҡтары буйынса абсолют еңеүсе Стәрлетамаҡтан Айгиз Зәйнетдинов булды.
Ярышта ҡатнашыусылар кубоктар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика