10:02 (UTC+5), 21 Марта 2014

Бөгөн – Халыҡ-ара Нәүрүз көнө

Ринат Сәғитов
Бөгөн Халыҡ-ара Нәүрүз көнө билдәләнә. Интернационал кимәлдә был байрам 2010 йылдан алып билдәләнә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы календарына яңы датаны индереү тәҡдиме менән бер нисә дәүләт: Әзербайжан, Албания, Афғанстан, Македония, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Төркиә хөкүмәттәре сығыш яһай. БМО-ның Генераль ассамблеяһы был илдәрҙең инициативаһын ҡабул итә һәм халыҡ-ара байрамын – Нәүрүз көнөн 21 мартта беркетә. Байрам быуындар араһында кеүек, ғаилә эсендә лә тыныслыҡ һәм берҙәмлек идеяларын пропагандалауға, шулай уҡ дуҫлашыуға һәм дуҫлыҡҡа тәьҫир итә.
Нәүрүз – бер нисә Евразия халҡында яҙғы көн менән төндөң тигеҙлеге көнөндә билдәләнгән яңы йыл байрамы. Ул шулай уҡ яҙҙың тәүге көнөн һәм тәбиғәт уяныуын аңлата. Фарсы теленән тәржемә иткәндә Нәүрүз «яңы көндө» аңлата. Йола буйынса был байрамды иран телле һәм төрки телле халыҡтарҙың вәкилдәре билдәләй. Айырыуса байрам Урта һәм Үҙәк Азияла, Кавказда, Төркиәлә һәм Балкандарҙа хөрмәт ителә.
Нәүрүз тарихы, төрлө сығанаҡтар буйынса, Авеста дәүеренә - зороастризмдың изге китабына барып тоташа.
Боронғо йола буйынса, Нәүрүз алдынан кешеләр өйҙәрен, ихаталарын, баҡсаларын тәртипкә килтерергә, бурыстарын түләргә тейеш булған. Байрам өҫтәленә ғәҙәттә бойҙай, арпа, тары, кукуруз һәм башҡа иген культураларынан түңәрәк көлсәләр ҡуйғандар. Байрам аҙыҡ-түлегенең иң күренеклеһе сүмәләк булып тора - бойҙайҙың үҫентеләренән ашамлыҡ.
Башҡортостанда был байрамды күбеһенсә Урта Азия һәм Кавказ диаспораһы вәкилдәре билдәләй. Башҡорттар һәм татарҙар араһында Нәүрүз шулай уҡ билдәләнә, әммә ул Ураҙа байрамы йәки Ҡорбан байрамы һымаҡ ныҡ популяр түгел. Йыл һайын республиканың милли-мәҙәни берләшмәләре вәкилдәре төрлө байрам саралары уҙғара.
«Нәүрүз» республика байрамы 22 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Был көндө Кавказ һәм Азия халыҡтарының милли ихаталары күргәҙмәһе, шулай уҡ үҙ эшмәкәр ижади коллективтар, башҡарыусылар һәм профессионал артистар ҡатнашлығында концерт ойошторолоуы көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика