Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
8+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2014, 12:59
21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары бөгөн Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. Был байрамды ойоштороу тураһында ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ҡабул ителә.
Бөтә донъя шиғриәт көнө бәләкәй нәшриәттәргә үҙҙәре тураһында киң белдереү мөмкинлеген бирергә саҡырылған, сөнки күбеһенсә уларҙың көсө менән заман шағирҙарының ижады уҡыусыларға, тере яңғыраған шиғри һүҙ традицияһын тергеҙеүсе әҙәби клубтарға еткерелә.
Байрам ойоштороп, ЮНЕСКО бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларын поэзияның, кешеләргә асыҡ, ысын заманса сәнғәт булараҡ, позитив образдарын булдырыуға өндәй.
Иң боронғо шиғыр-гимндар беҙҙең эраға тиклем 23 яҙылған тип иҫәпләнә.
Өфөлә байрам хөрмәтенә өсөнсө йыл рәттән баш ҡаланың Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһы «Шағирҙар шоколадта» акцияһын ойоштора. Быйыл шиғриәт байрамы Михаил Лермонтовтың 200 йыллыҡ юбилейы эгидаһы аҫтында үтә.
Акцияны үткәреү ваҡыты: бер үк ваҡытта ҡаланың 10 майҙансығында 14 сәғәттән алып 17-гә тиклем. Яҙғы байрамдың маҡсаты – заманса мегаполис халҡын шиғри сәнғәткә ылыҡтырыу. Элеккесә шиғриәт һөйөүселәрҙе шоколадлы бүләктәр, китаптар һәм ҡыуыҡтар көтә.
Акция Өфөнөң «Мир», «Семья», «Иремель», «Сипайловский» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, баш ҡала урамдарында – Пушкин – Ғафури мөйөшө; Ухтомский –13-сө һәм 35-се китапханалары алдында; Ферина,14; Гвардия – «Янғын депоһы» туҡталышына тиклем; Әхмәтов – Йылға училищеһы районы; Ульянов – Калинин, 11, мөйөшөндә уҙасаҡ.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
байрамдар
шиғриәт
Читайте нас: