12:59 (UTC+5), 20 Марта 2014

Башҡортостанда Ҡырым халҡына гуманитар йөк аҙна һуңына тиклем әҙер буласаҡ

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса был аҙнала Өфөлә Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына гуманитар ярҙам менән автомобилдәр ҡарауаны формалашып бөтәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Гуманитар йөк составында, атап әйткәндә, ярмалар, макарон изделиелары, көнбағыш майы, шәкәр, ҡуйыртылған һөт, ит консервалары, он, дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнеше тауарҙары. Аҙыҡ-түлек һәм медицина тауарҙары Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фонды иҫәбенә алынған.
Автомобилдәр ҡарауаны составына өс ҙур йөк фураһы һәм оҙатыусы машиналар инәсәк, тип күҙаллана. Гуманитар йөктө әҙерләү һәм илтеүгә яуаплы итеп Рөстәм Хәмитов, сығышы менән Севастополдән, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиковты тәғәйенләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика