07:30 (UTC+5), 19 Марта 2014

Шишмәлә физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды

Розалия Вәлиева
Бассейн һәм күнекмәләр залы менән спорт комплексы Шишмәлә асылды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Спорт объектының дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метрҙан күберәк. Комплекс сменаһына 112 кешене ҡабул итә ала, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге ҡаралған.
Төҙөлөшкә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте средстволарынан бүленгән 165 миллион һум тотонолған. Дүрт ҡатлы ҡоролманы 2012 йылдың июлендә күтәрә башлағандар.
- Физкультура комплексының төҙөлөшө Башҡортостан Президентының һәм Хөкүмәттең социаль сәйәсәтенең сағыу сағылышы булып тора, — тип билдәләне асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов. — Сәләмәт йәшәү тормошон формалаштырыу һәм күмәк физик культураны һәм спортты үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Һуңғы өс йылда республикала спорт объекттарын төҙөүгә, ремонтлауға һәм реконструкциялауға «Башнефть» 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Эреләр иҫәбендә - Өфөлә Спорт һарайы, икенсе сиратта «Өфө-Арена», Туймазыла һәм Сибайҙа боҙ комплекстары. Шулай уҡ Тәтешле һәм Илеш райондарында физкультура-сәләмәтләндереү комплекстары.
Компанияның пландарында Күмертау ҡалаһында физкультура-сәләмәтләндереү комплексы һәм бөтә республика территорияһы буйлап күп функциялы спорт майҙансыҡтары төҙөлөшө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика