11:09 (UTC+5), 19 Марта 2014

Өфө ҡала Советы рәйесе 2013 йылға депутаттар корпусының эше тураһында отчет яһаны

Арина Рәхимҡолова
2013 йылда Өфөнөң депутаттар корпусы 14 ултырыш уҙғарған, унда 222 ҡарар ҡабул ителгән. Был хаҡта ҡала Советы рәйесе Совета Евгений Семивеличенко үткән йылға ҡала Советы эше тураһындағы докладта хәбәр итте.
- Үткән йылдың апрелендә беҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Өфө ҡалаһы статусы – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы тураһында»ғы закон проектын индереү тураһында закондар инициативаһы менән мөрәжәғәт иттек, ул республиканың баш ҡалаһы функцияһын башҡарған ҡала менән бәйле, юғары торған бюджеттан Өфөнөң урындағы үҙидара органдарына тотоноуҙарҙы компенсациялауҙы ҡарай, — тине Евгений Семивеличенко.
Былтыр октябрҙә Өфөлә пассажирҙар йөрөтөүҙе ойоштороуҙың яңы тәртибе раҫланды. Уға ярашлы бөтә автобустар ҙа хәҙер ГЛОНАСС навигация системаһы менән йыһазландырыласаҡ.
- Ҡала тормошо менән идара итеү процесына Өфө халҡын йәлеп итеү өсөн депутаттар корпусы бер нисә етди аҙым эшләне, — тип билдәләне ҡала Советы рәйесе.
Йыл дауамында ике тапҡыр ҡала Советы бюджет өлкәһендә айырым хеҙмәткәрҙәр категорияларына маҡсатлы эш хаҡтары арттырыуҙы уҙғарҙы.
2013 йылда бөтәһе 20 асыҡ тыңлау ойошторолған, уларҙан 17-һе ҡала төҙөлөшө менән бәйле.
Төп эште башҡарыу менән бер үк ваҡытта ҡаланың депутаттар корпусы йыл дауамында балаларға, йәштәргә, ветерандарға ярҙам итеү, мәҙәни мираҫты популярлаштырыу менән бәйле бик күп саралар уҙғарған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика