Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2014, 11:27

Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль берәмеккә конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда 2013 йыл йомғаҡтары буйынса «БР иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы иғлан ителде. Конкурс урындағы үҙидара органдарын республиканың муниципаль берәмектәрен комплекслы социаль-иҡтисади үҫтереүҙә, муниципалитеттарҙың иҡтисади потенциалын үҫтереү һәм нығытыуҙа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсатында уҙғарыла.
Ярыш төбәктең урындағы үҙидара органдары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итергә, урындағы кимәл мәсьәләләрен хәл итеүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән муниципаль берәмектәрҙе асыҡларға өндәлгән. Конкурс еңеүселәренә премия биреү өсөн бүләктәр фонды өс миллион 650 мең һум тәшкил итә. Призерҙар ун номинацияла билдәләнә, уларҙың һәр береһе буйынса берешәр беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар ҡаралған. Конкурс комиссияһы ҡарары менән номинациялар һәм призлы урындар иҫәбе кәметелеүе ихтимал.
«2000 кешегә тиклем халыҡ менән иң яҡшы ауыл биләмәһе», «2000 кешенән күберәк халыҡ менән иң яҡшы ауыл биләмәһе», «Биләмәнең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре», «Муниципаль райондың иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре», «Ҡала округының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» номинациялары буйынса материалдар Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса республика Йортонда «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» ассоциацияһына йәки asmo@bashkortostan.ru электрон адресына тапшырыла. «Ауыл биләмәһе административ үҙәге менән иң яҡшы муниципаль район», «Ҡала биләмәһе административ үҙәк менән иң яҡшы муниципаль район» һәм «Иң яҡшы ҡала округы» номинациялары муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади үҫеш темптарын иҫәпкә алып БР Территориаль үҫеш буйынса агентлыҡ баһалай. «Урындағы үҙидара үҫеше мәсьәләләрен яҡтыртыусы иң яҡшы журналист» номинацияһы буйынса материалдар Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 адресы буйынса БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлегенә, 413/1 кабинетына йәки zamanova.z@minsvyazrb.ru электрон адресына тапшырыла. «Иң яҡшы муниципаль берәмек сайты» номинацияһы Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡ менән баһалана.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 10 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: