06:03 (UTC+5), 18 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов Сочиҙа Паралимпияла ҡатнашыусы Башҡортостан спортсыларын һәм тренерҙарын ҡотланы

"Башинформ"
17 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындарында республиканан сығыш яһаусы спортсыларға һәм тренерҙарға ҡотлау телеграммаларын юлланы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика башлығы ҡотлауҙарын Уйындар призерҙары – Ирек Зарипов, Азат Ҡарасурин, Кирилл Михайлов, Александр Давидович һәм тренерҙары — Әмир Ғүмәров, Салауат Ғүмәров һәм Надежда Ғүмәрова алдылар. Телеграммаларҙа республика етәксеһе Башҡортостан атлеттарының спорт ҡаҙаныштарына һоҡланыу белдерҙе һәм уларға яңы чемпион исемдәрен теләне.
Башҡортостан спортсылары Рәсәй йыйылмаһының дөйөм команда зачетына дүрт бронза, бер көмөш һәм ике алтын алып килде. Паралимпия уйындарында сығыш яһаусы һәм призлы урындар яулаусы Башҡортостан спортсыларын республикаға ҡайтыу менән аҡсалата бүләктәр көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика