10:40 (UTC+5), 17 Марта 2014

Республикала уңайһыҙ һауа торошо көтөлә: көслө ел һәм епшек ҡар менән

Галина Бахшиева
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә уңайһыҙ һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башгидромет. Төбәккә бөгөн епшек ҡар менән сираттағы циклон киләсәк.
- Беҙҙе тотороҡһоҙ һауа торошо көтә. Бындай һауа торошонда елдең ҡапыл иҫеүе – ғәҙәти күренеш. Ошо көндәрҙә кис республикала ел көсө секундына 23 метрға етте, хәҙер 20-гә тиклем. Ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғырҙы бөгөн кискә көтәбеҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева. — Беҙҙең алданғы прогноздарға ярашлы, һауа торошо марттың икенсе-өсөнсө декадаһында тотороҡһоҙ буласаҡ: хәҙер беҙ күҙәткән, яуым-төшөм, йылы һәм һыуыҡ тулҡындары менән.
Температура фоны был аҙна дауамында тотороҡһоҙ буласаҡ. Өҫтөнлөк иткән һауа температураһы төндә – нулдән алып минус бишкә тиклем, аяҙайтҡанда 10 градус һыуыҡҡа тиклем. Көндөҙгө һауа торошо – нулдән алып өс градус йылыға тиклем.
- Уртаса тәүлек температураһы барыбер үҫә. Ниндәйҙер айырыуса һыуыҡтарҙы көтмәйбеҙ, һауа температураһы, һис шикһеҙ, үҫәсәк. Аяҙайтҡанда туңдырыуы ихтимал, тимәк боҙлауыҡ осраҡтары шулай уҡ һаҡланасаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән ел көтөлә, әммә әҙерәк көс менән – секундына 18 метрға тиклем, — тип билдәләнге республиканың баш синоптигы.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда апрель норманан ике градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, яуым төшөм иҫәбе лә уға тиң – 110-120 процентҡа. Һауа температураһы мартта шулай уҡ уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булды. Былар барыһы ла «яҙ иртә, әммә тотороҡһоҙ булыуы тураһында һөйләй».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика