07:36 (UTC+5), 13 Марта 2014

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитациялау сертификаттары барлыҡҡа киләсәк

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Хеҙмәт министрлығына инвалидтар өсөн хеҙмәттәр күрһәтеү системаһына реабилитациялау сертификаттарын индереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерергә ҡушты. Бындай сертификаттар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә үҙҙәренә үҙ реабилитациялауы өсөн социаль учреждениелар һайларға ярҙам итәсәк, тип аңлатты БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ бөтә инвалидтарҙы ла сифатлы реабилитациялау хеҙмәттәре менән тәьмин итә алмайбыҙ. Был өлкәнең күп кенә учреждениелары санитар ҙа, янғынға ҡаршы ла талаптарға яуап бирмәй, уларҙың кәрәкле ҡорамалдары ла юҡ, — тине республика башлығы. — Ниндәй сифатлы хеҙмәттәр тураһында һүҙ барыуы ихтимал, әгәр улар кеше именлеген тулы күләмдә тәьмин итә алмай? Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был учреждениеларҙың тулы инвентаризацияһын үткәрергә һәм уларҙың эшенең һөҙөмтәлелеген объектив баһаларға ҡушам.
Мәғлүмәт өсөн. Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер төбәктә 315 мең сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кеше иҫәпләнә. Уларҙан хеҙмәт йәшендәге 36 мең инвалидта хеҙмәт буйынса сикләүҙәре бар. Шул арала, мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең бөгөн 35 проценты эшкә урынлаша.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика