06:48 (UTC+5), 11 Марта 2014

Республикала «Йылмайыу операцияһы» хәйриә акцияһы иғлан ителә

сайт operationsmile.org.ru
Сергей Захаров
Башҡортостан Рәсәйҙең «Йылмайыу операцияһы» хәйриә йәмәғәт ойошмаһының, «Зенит» банктар төркөмөнөң 26 майҙан алып 1 июнгә тиклем Өфөлә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, «Йылмайыу операцияһы» акцияһын үткәреү тураһында тәҡдимде ҡабул итте.
«Йылмайыу операцияһы» - ул, иренендә һәм аңҡауыңда ярыҡ һәм яңаҡ-бит өлкәһендә булған башҡа етешһеҙлектәр менән балаларға бушлай хирургия ярҙам күрһәтеүсе, Рәсәйҙең хөкүмәттеке булмаған хәйриә ойошмаһы. Бушлай хирургия операциялары акциялар сиктәрендә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йылына бер нисә тапҡыр уҙғарыла. Акция барышында бушлай хирургия ярҙамын һәм консультацияны алыу мөмкинлегенә илдең теләһе ҡайһы төбәктәренән балалар эйә.
Өфөлә консультациялар һәм операцияға һайлап алыу 26 майҙа Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында (Өфө, Степан Кувыкин урамы, 98, белешмәләр һәм телефон буйынса яҙылыу: +7-919-879-96-39) үткәреләсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт «Йылмайыу операцияһы» хәйриә ойошмаһы сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика