04:30 (UTC+5), 11 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарға: «Һеҙ беҙҙе һәр саҡ юғары тойғоларға һәм ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ»

Андрей Старостин
Сергей Захаров
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
- Ошо иҫ киткес көндәрҙә беҙ айырым ҡыуаныс менән һеҙгә йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ, мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙең бик яҡшы миссияғыҙҙы, нәфис ҡатын-ҡыҙҙар яурынында ятҡан, ҙур яуаплылыҡты һәм эште баһалайбыҙ. Бөтә ир-аттарҙың маҡтау һүҙҙәре был датаға ғына арналмаған. Һеҙ беҙҙе һәр саҡ юғары тойғоларға һәм ҙур эштәргә илһамландыраһығыҙ.
Башҡортостан – көслө, бай һәм уңышлы төбәк. Беҙҙең дөйөм эшебеҙ өсөн ғорурланырлыҡ күп нигеҙҙәр бар, әммә тағы ла күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Беҙ республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар, балалар үҙҙәрен яҡлаулы тойһон өсөн, бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ, заманса перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттары, дауаханалар һәм мәктәптәр төҙөйбөҙ. Торлаҡ, айырыуса социаль, төҙөлөшө темптарын үҫтерәбеҙ. Ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың инфраструктураһын яҡшыртырға маташабыҙ. Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай ер бирәбеҙ. Беҙҙең маҡсат - иҡтисади потенциалды әүҙем үҫтереү һәм уның нигеҙендә социаль өлкәне нығытыу, республика халҡының именлеген арттырыу. Башҡортостан тап йәшәү сифаты күрһеткәстәре буйынса илдең иң яҡшы төбәктәренең береһе иҫәбендә булһын өсөн ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ, — тиелә төбәк башлығы ҡотлауында.
Рөстәм Хәмитов бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға эштәре һәм аңлауҙары өсөн, уларҙың хеҙмәте өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика