12:59 (UTC+5), 11 Марта 2014

Баш ҡалала модельер Вячеслав Зайцев магазин-ателье асты

Розалия Вәлиева
Вячеслав Зайцев Өфө трикотаж фабрикаһының «Tricardo» магазин-ательеһын асыуҙа ҡатнашты.
Бынан тыш, Өфөлә модельер, Өфө трикотаж фабрикаһы базаһында тормошҡа ашырыласаҡ, 2014-2015 йылдарға яңы көҙ-ҡыш коллекцияһы өҫтөндә эшләне.
Яңы «Өфө» коллекцияһында башҡорт биҙәктәре менән күлдәк, пальто коллекциялары буласаҡ. Рәссам, Өфөлә бәйләнгән, пледтар менән илһамланды – һүрәттәр һәм символдар коллекцияның бөтә элементтарында ла буласаҡ.
- Фабрика рәссамдары менән биш көн эшләнек, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Вячеслав Зайцев. — Тәүге алты модель апрелдә Мәскәүҙә күрһәтеләсәк, бер аҙҙан уларҙы Өфөгә килтерәсәкбеҙ.
Билдәләп үтергә кәрәк, Вячеслав Зайцев һәм Өфө трикотаж фабрикаһы менән уртаҡ эше беренсе тәжрибә генә түгел. 2013-2014 көҙ-ҡыш коллекцияһын 2013 йылдың октябрь башында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» күргәҙмәһендә, һуңынан Мәскәүҙә Slava Zaitsev Мода йортонда «Сәнәғәт коллекциялары» күрһәтеүҙәре сиктәрендә Mercedes-Benz мода аҙналығында күрһәттеләр. Яңы коллекцияға заказдар биреүселәр араһында – Алла Пугачева. Өфө трикотаж фабрикаһының әйберҙәрен һатып алыусылар Францияла ла бар. Бынан тыш, Өфөлә күренекле рәссам-модельер мәктәп формаһы эскиздары өҫтөндә эшләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика