Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:00 (UTC+5), 07 Марта 2014

Георгий Шебаев: «Һаулыҡтың тик 25 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау эшенең һөҙөмтәлелегенән тора»

Гөлфиә Акулова
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев республикала уҙғарылған диспансеризация тураһында һөйләне. Был сараның төп идеяһы һәм мөһим бурысы - өс йыл дауамында тикшереү, ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм бөтә өлкән халыҡтың һаулығын һаҡлау буйынса кәңәштәр биреү. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса диспансеризацияны 650 мең кеше үткән, быйыл дауаханаға Башҡортостандың 740 мең кешеһе барырға тейеш.
- Тикшереүҙәрҙең ойоштороуына һәм нескәлектәренә килгәндә, әлбиттә, медицина учреждениеһына йөкләмә ғәйәт ҙур. Кадрҙарҙың һәм тар белгестәрҙең етмәү проблемаһы шунда уҡ күренә. Һәм бында кем нисек уңа. Әлбиттә, һәр поликлиника етәксеһенең бурысы – эште пациенттар һәм табиптар өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаҫлыҡ итеп ойоштороу, — тип билдәләне министр.
Диспансеризациялау йомғаҡтары буйынса сәләмәттәргә республиканың тик 30 процент халҡын ғына индерергә була.
- Кеше көн һайын поликлиникаға, дауаханаға йөрөүҙән сәләмәт булмаясаҡ, ул унда һаҡланмай. Хатта иң үҫешкән дәүләттә лә халыҡ һаулығының тик 25 проценты ғына һаулыҡ һаҡлау эшенең һөҙөмтәлелегенән тора. Ҡалған барыһы ла – ул эшләү шарттары, йәшәү шарттары, туҡланыу, тәмәке тартыу, спорт менән шөғөлләнеү менән бәйле кешенең ғәҙәттәре. Табиптар диспансеризация барышында сирҙәрҙе асыҡлауҙан тыш, артабанғы йәшәү һәм дауаланыу рәүеше буйынса аныҡ кәңәштәр бирә.
- Диспансеризациянан алған һөҙөмтәләр менән республиканың һәр территорияһы буйынса ауырыуҙар профилен булдырырға, ресурстарҙы һәм теге йәки был йүнәлештә кәрәкле ярҙам концентрацияһын аныҡ планлаштырырға буласаҡ, — тине медицина ведомствоһы башлығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика