Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.82
+0.83
92.94
+0.92
64.68
+0.28
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2014, 15:20

8 һәм 9 мартта Башҡортостанда электричкалар шәмбе расписаниеһы буйынса хәрәкәт итәсәк

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү алдынан Башҡортостанда пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн ҡала яны поездарының хәрәкәт итеү тәртибе үҙгәрә, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе.
7 мартта электричкалар ғәҙәти йома расписаниеһына ярашлы маршрут буйынса йөрөйәсәк, 8 һәм 9 мартта – шәмбе расписаниеһы буйынса, 10 мартта – йәкшәмбе расписаниеһы буйынса, 11 мартта – дүшәмбе расписаниеһы буйынса.
Ҡала яны поездарының яҡын көндәрҙә хәрәкәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә була.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: