05:30 (UTC+5), 07 Марта 2014

2018 йылға республикала ҡан тамырҙары үҙәгенең киң селтәре барлыҡҡа киләсәк

Гөлфиә Акулова
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы быйыл республикала төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре селтәренә тағы ла бер үҙәкте Октябрьский ҡалаһында өҫтәргә ниәтләнә. Бының турала матбуғат конференцияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте.
- Ҡан тамырҙары үҙәге – ул йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын тикшерергә мөмкин булған, кабинетта торған, ябай абстракт ангиограф түгел. Бында билдәле бер логика һалынған. Күкрәк эргәһендә һәм йөрәк тирәһендә ауыртыуға зарланған пациент беренсе «алтын» сәғәт дауамында йәки яҡындағы беренсел ҡан тамыры бүлексәһенә, йәки төбәк үҙәгенә килтерелә. Бында инде тикшеренеү маршруты яҙылған: томографта тикшереү, тибы буйынса мейәлә ҡан әйләнешенең боҙолоуын билдәләү. Иң күбендә дүрт сәғәт ярым эсендә ауырыуға кәрәкле ярҙам күрһәтелергә, тикшеренеүҙәр үткәрелергә һәм артабанғы дауалау планы билдәләнергә тейеш.
Былтырҙан алып төбәк ҡан тамырҙары үҙәге Стәрлетамаҡта, Өфөнөң 21-се, 22-се дауаханаларында һәм кардиологик диспансерында эшләй. Хәҙер республиканың тағы ла бер ҡалаһында ҡан тамырҙары ауырыуы менән пациенттарға ашығыс ярҙам күрһәтеүсе учреждение барлыҡҡа киләсәк.
- 2018 йылға республиканың бөтә территорияһында, халҡыбыҙ өсөн махсус ярҙам яҡын булһын өсөн, бындай үҙәктәр урынлаштырырға планлаштырабыҙ, — тип комментарий бирҙе министр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда халыҡтың үлеме сәбәптәре структураһында беренсе урында нәҡ ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика