Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2014, 18:09
Өфөнөң Еңеү паркын Т-55 танкы тулыландырҙы
Өфөнөң Еңеү паркына Т-55 танкын ҡуйҙылар. 37 тонналыҡ хәрби машина баш ҡаланың төп иҫтәлекле нәмәләренең береһе булып китте. 112 номерлы танк Еңеү паркының хәрби экспозицияһына инә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.
Т-55-те урынлаштырыу экспозицияны яңыртыу һәм киңәйтеү башланғысы булып торасаҡ тип планлаштырыла, унда тағы ла 30-лаған берәмек бронялы танк һәм артиллерия ҡоралланыуы барлыҡҡа киләсәк, шул иҫәптән заманса хәрби техника өлгөләре. Нисәү икәнлеге – РФ Оборона министрылығынан тора. Ул Бөйөк Ватан һуғышын Еңеүгә 70 йыллыҡ тулыу алдынан совет яугирҙарына хөрмәт күрһәтеү һәм, һис шикһеҙ, үҫеп килгән быуындың патриотик тәрбиәһенә өлөш.
Т-55 Пенза өлкәһенең Сердобск ҡалаһынан килгән, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән. Танктың даими тороу урынына тиклем килтереүҙе Өфөнөң Коммуналь хужалығы идаралығына, ә урынлаштырыуҙы – баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығына ышанып тапшырҙылар.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ҡораллы көстәр һәм йәмәғәт
Читайте нас