10:44 (UTC+5), 05 Марта 2014

Төбәктә «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектында БР буйынса Дәүләт техник күҙәтеү башлығы ҡатнашасаҡ

Галина Бахшиева
Башҡортостанда 6 мартта «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектының сираттағы этабы уҙасаҡ. Йыл башынан алып проекттың дүртенсе ҡатнашыусыһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Ринат Ғәлимов буласаҡ.
Ул йәмәғәтселеккә ауыл хужалығы машинаһын ремонтлау буйынса слесарь оҫталығын күрһәтәсәк. Акция «Үҙәк» машина-трактор станцияһы предприятиеһының Ҡырмыҫҡалы филиалында, Олокүл ауылында үтәсәк.
- Бөгөнгө көнгә механизатор һөнәре хеҙмәт баҙарында иң талап ителгәндәрҙең береһе булып тора, — тип билдәләне БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Тағы ла ҙур актуаллекте ул алдағы яҙғы баҫыу эштәре сәбәпле ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр старт алған «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектының инициаторы булып төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тора.
Уның төп маҡсаты – йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика