17:15 (UTC+5), 05 Марта 2014

2014 йылда «Медиапрофи» республика журналистика премияһының темаһы «төбәктең алға китеше» буласаҡ

Розалия Вәлиева
Башҡортостанда «Медиапрофи» республика журналистика премияһының темаһын билдәләнеләр. 2014 йылда һөнәри конкурс «төбәктең алға китешенә» арналасаҡ. Бының турала 5 мартта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында билдәле булды.
- Былтыр конкурс беренсе тапҡыр уҙҙы, 300-ҙән ашыу эш килде, — тип хәбәр итте БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов. — Проект уңышлы булды тип иҫәпләйбеҙ. 2013 йылда «Хеҙмәт кешеһе» темаһына материалдар серияһы менән эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү бурысы булды, быйыл Башҡортостан халҡына яңы технологиялар, инновациялар һәм яңы заводтар тураһында һөйләргә кәрәк.
- Башҡортостан үҫеше өсөн мәғлүмәти мөхит булдырыу мотлаҡ, — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов. — Инвестициялар – ул финанстар ғына түгел, ә яңы асыштар һәм кеше капиталы икәнен дә аңларға кәрәк.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов әйтеүенсә, киң мәғлүмәт саралары «йәмәғәт һәм власть араһында коммуникаторға» әйләнергә тейеш.
- Ҡайһы берҙә халыҡтың дәүләт эшмәкәрлегендә ниндәйҙер эске аңламауы килеп тыуа, — тип аңлатты Дмитрий Шаронов. — Шуға күрә кире бәйләнеш кәрәк, яңы производстволарҙың һәм технологияларҙың өҫтөнлөктәре тураһында аңлатыу, һөйләү зарур. Һәм был эш даими булырға тейеш.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары журналистарға машина эшләү, радиоэлектроника, биотехнология өлкәһендә ҡыҙыҡлы темалар эҙләргә тәҡдим итте.
Ижади конкурста ҡатнашыу тәртибе үҙгәрмәгән, улар конкурстың рәсми сайтында баҫылған. Бүләк фонды ла үҙгәрешһеҙ ҡалған – беренсе урынға 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк бирелә, икенсе һәм өсөнсө урындарға – дәртләндереүсе бүләктәр.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика