Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Март 2014, 11:47
Башҡортостан Президенты легендар кинооператор Мәхмүт Рафиковты 90 йәше менән ҡотланы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, тормошо республикабыҙ менән тығыҙ бәйләнгән, билдәле кинорежиссер һәм кинооператор Мәхмүт Рафиковҡа 90 йәше тулыу уңайынан
ҡотлау телеграммаһын
ебәрҙе.
«Күркәм юбилейығыҙ – 90 йәшегеҙ тулыу уңайынан ысын күңелдән сыҡҡан минең иң йылы теләктәремде ҡабул итеп алығыҙ!
Кинодокументалистика корифейҙарының береһе, Һеҙ профессиональ өлкәлә күренекле кинооператор булараҡ лайыҡлы абруй һәм хөрмәт ҡаҙандығыҙ, тотош Ватан кино сәнғәте үҫешенә тос өлөш индерҙегеҙ. Йыш ҡына Һеҙҙең һаулығығыҙ ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылып төшөрөлгән кадрҙар һуғыш йылдарынан һуңғы уникаль кинохроникаға ингән, киләсәк быуын өсөн совет космонавтикаһы, ракета һәм йәҙрә ҡоралдарын эшләү тарихынан һирәк факттарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам иттегеҙ. Һеҙҙең күрһәткән хеҙмәтегеҙ, «Рәсәй космонавтикаһы тарихына тос өлөш индергәне өсөн» юғары «Ника» кинопремияһы, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» почетлы исеме кеүек, күп профессиональ наградалар менән билдәләнгән», — тиелә республика Президенты ҡотлауында.
Республика башлығы юбилярға һәм уның яҡындарына «ныҡлы һаулыҡ, именлек, әүҙем оҙон ғүмер» теләне.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
юбилейҙар
Читайте нас