11:31 (UTC+5), 27 Февраль 2014

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы машина алды

Гөлфиә Акулова
Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2014» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014» конкурстары еңеүселәре билдәләнде.
Быйылғы уҡыу йылында Гүзәл Леонова иң яҡшы уҡытыусы булды – ул Өфөнөң Орджоникидзе районы «Берҙәмлек» лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Шулай уҡ «Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исеменә ярышыусылар араһында уға тиң булманы. Уҡытыусы конкурстың төп бүләге – автомобилде алды.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында еңеүҙе Гүзәл Ҡаһирова – Калинин районының 112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы яуланы. Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Киров районының 21-се лицейынан Элвира Ғилфанова танылды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл, 17-се тапҡыр уҙғарылған, һөнәри конкурста баш ҡаланың 27 уҡытыусыһы ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика