12:36 (UTC+5), 25 Февраль 2014

Башҡортостандың тағы ла 58 ҡатыны «Әсәлек даны» миҙалын алды

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
Республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүҙең 109-сы тантанаһы уҙҙы. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың төрлө райондарынан йыйылған, әсәләргә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Вице-премьер сираттағы тантананы ҡышҡы Олимпиаданы ябыу сиктәрендә символиклы тип билдәләне.
- Спортсыларыбыҙ ҙур еңеү менән ҡайтты, минең уйлауымса, һеҙҙең һәр берегеҙ еңеүсе, сөнки биш бала - ул олимпия ҡаҙаныштары тиерлек, ә һеҙҙең арала ҡайһы бер ҡатындар хатта тағы ла ғаиләләренең артыуын көтә.
Лилиә Ғүмәрова наградаларҙы һәм аҡсалата премияларҙы 58 ҡатынға тапшырҙы. Хөрмәтле әсәләр араһында хужабикәләр, ашнаҡсылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре бар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, иң төп проблема – ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү – артабан да хәл ителәсәк.
- Әгәр йәшәргә урын булһа, айырыуса ауыл ерендә, ҡалған мәсьәләләрҙе хәл итеп була. Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса бик яҡшы программа эшләп килә. Ул ғәмәлгә ашырылған йылдарҙа 170 ғаилә сертификаттар алды, уларҙың уртаса суммаһы 2 миллион 600 мең һум тәшкил итә. Тағы ла меңдән ашыу ғаилә үҙ сиратын көтә, — тип билдәләне вице-премьер.
- Беҙҙең стратегик программаларҙың күбеһе ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, әммә шул уҡ ваҡытта, бөтә балалар бәхетле, һау-сәләмәт үҫһен, улар сифатлы белем алһын өсөн, дәүләткә тағы ла әллә күпме нәмәләр эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, — тип өҫтәне Лилиә Ғүмәрова.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары әсәләргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренең иғтибарын райондарҙа булған уңышһыҙ ғаиләләргә йүнәлтеүҙәрен һораны.
- Бындай ғаиләләргә, нисек бала тәрбиәләргә кәрәк, ҡатмарлы хәлдәрҙе нисек еңеп сығыу, өлгөһөн күрһәтергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика