Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы йыйылыш
уҙҙы. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР хәрби комиссары Анатолий Балтинский, республика дәүләт власы органдары вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби конфликттар ветерандары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, йәмәғәт һәм дини эшмәкәрҙәр, хәрби уҡыу йорттары курсанттары, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.