Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.22
-0.11
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2014, 18:09

Өфөнөң 39-сы гимназияһында «Урал батыр» эпосы донъяның төрлө телдәрендә яңғыраны

ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты һәм Өфөнөң 39-сы гимназияһы (ЮНЕСКО-ның ассоциялаштырылған мәктәбе) онлайн режимда «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосының Халыҡ-ара уҡыуҙарын үткәрҙе.
«Урал батыр» башҡорт, рус, татар, инглиз, әрмән, белорус, болгар, ҡытай, ҡырғыҙ, немец, украин, француз телдәрендә яңғыраны.
Гимназия директоры Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, был проекттың үҙенсәлеге – эпос онлайн режимында өҙлөкһөҙ, һәр бүлеге төрлө илдәр телендә уҡылды. Ҙур әҙерлек эше ҡатнашыусыларға башҡорт мәҙәниәте һәм халыҡ ижады менән танышыуҙан тыш, эпосты үҙенең милли колориты аша күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: