Республика ваҡиғаларын күҙәтеү ябайлаштырылды һәм уңайланды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мобиль ҡоролмалар өсөн бушлай рәсми
ҡушымтаһы сыҡты. Уны күсереп, тамашасылар республика яңылыҡтарын, программаларҙы һәм фильмдарҙы планетаның теләһе ҡайһы нөктәһендә ҡарау мөмкинлеген аласаҡ. Һуңғы осорға тиклем «БСТ» телеканалы эфиры онлайн режимда
Android операция системаһы булған мобиль ҡоролмаларҙа ҡарап була ине. Хәҙер республиканың төп каналын
iOS операция системаһы менән iPhone, iPad, iPod touch-та онлайн форматта ҡарап була, шулай уҡ телетапшырыуҙар программаһы бар.