Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2014, 13:35

Башҡортостан Президенты РБК телеканалының тура эфирында сығыш яһаны

18 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «РБК» телеканаланың тура эфирында «Давыдов. Индекс» тапшырыуының алыу барыусыһы Леонид Давыдовтың һорауҙарына яуап бирҙе.
Республика башлығы ошо көндәрҙә Череповецта уҙған РФ Дәүләт советы президиумының ултырышы тураһында һөйләне, ул унда Рәсәй Дәүләт советы президиумы ағзаһы булараҡ ҡатнашты. Ултырышта әсәлек һәм балалыҡ һәм уның менән бәйле бөтә мәсьәләләр тикшерелде.
РБК студияһында әңгәмә барышында туризм һәм Башҡортостанда уның үҫеш мәсьәләләренә тулыраҡ фекер алышыу булды. Рөстәм Хәмитов, атап әйткәндә, беҙҙең республика өсөн башҡорт балы кеүек брендтың әһәмиәте, кәсеп булараҡ ҡына түгел, ә сит ил кешеләре өсөн туризм өлөшө булған, солоҡсолоҡ эргәһендә хәҙер тотош программа теҙелгәне тураһында һөйләне. Республикала тотош эске туризм үҫеше тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, «беҙҙең күрһәтерлек ҡыҙыҡлы нәмәләр бар. Әлбиттә, уның өҫтөндә эшләйбеҙ. Бер үк ваҡытта беҙ аңлайбыҙ, туризм – ул бик ҡатмарлы өлкә, уны тиҙ генә үҫтереп булмай һәм уға йылдар кәрәк. Беҙ алға китәбеҙ. Һәм халыҡ-ара саммиттар ярҙам итәсәк, ни тиһәңдә эре делегациялар, билдәле кешеләр буласаҡ. Улар күреп, Башҡортостан, Өфө – ул килеп эшләргә мөмкин булған матур территория икәнлеген аңлайасаҡ», тип билдәләне.
Интервьюла шулай уҡ беҙҙең республика ҡатнашҡан төрлө рейтингтар темаһы ҡуҙғатылды. Атап әйткәндә, «Петербург сәйәсәте» фонды башлығы Михаил Виноградов Башҡортостан Республикаһы төрлө рейтингтарҙа ниндәй урындар биләүе тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе. Уның әйтеүенсә, «дөйөм алғанда республиканың позицияһы уртасанан юғарыраҡ. Проблемалы урындар тураһында һөйләгәндә мин икәүҙе билдәләр инем: Рәсәйҙә ипотека буйынса торлаҡ алыу мөмкинлеге рейтингында 79-сы урын һәм коммуналь тарифтарҙың максималь уртаса йыллыҡ үҫеше буйынса беренсе урын».
Был һандарға комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов:
- Республика, үҙебеҙ тураһында беҙ күп нәмәне беләбеҙ. Яңы әйтелгәндәр тураһында беҙгә мәғлүм түгел. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары үҫеше өлөшөнә комментарий бирә алам. Беҙҙә Рәсәй Федерацияһында иң түбән тарифтар. Бирелгән күрһәткестәргә ҙур аҙымдар менән барырға тура килде. Беҙҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының ниндәйҙер ҙур үҫеше тигән фекер барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ысынлап та бөтәһе лә башҡаса. Мин һандарҙы килтерә алам. Волга буйы федераль округында йылылыҡ буйынса уртаса тариф – гигакалорийға 1500 һум. Ә беҙҙә – бер мең һум, уртаса күрһәткестәрҙән бер ярым тапҡырға әҙерәк. Ә максималь күрһәткестәр – 1800-1900 һум, беҙгә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Шуға күрә, әлбиттә, беҙ был «уртасаға» яҡынаясаҡбыҙ. Минең ҡарашҡа, рейтингтар – ул шундай субъектив, хатта ҡайһы берҙә абстракт әйберҙәр. Улар, моғайын, кәрәктер, әммә бөгөн рейтингтар эргәһендә әйтелгәнгә, яҙылғанға айырыуса иғтибар биреп китмәҫ инем. Сөнки был шундай махсус нәмәләр. Әҙерләнмәгән кешегә ул аңлайышһыҙ тәьҫир итә. Һәм теге йәки был территорияны, теге йәки был етәксе эшен баһалағанда билдәле бер субъективизм барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Беҙ – етеш эре республика, беҙ – иҫке сәнәғәт төбәк. Беҙҙең иҡтисади күрһәткестәр етерлек кимәлдә лайыҡлы. Тулайым төбәк продуктына ҡағылғанда, 2013 йылда беҙ өс проценттан ашыуға арттыҡ. Был дөйөм хәл фонында насар түгел.
РБК телеканалына Рөстәм Хәмитов интервьюһының тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: