Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2014, 15:21
БР Мәғарифты үҫтереү институтында республика ата-әсәләр йыйылышы уҙасаҡ
Кесаҙна, 20 февралдә, БР Мәғарифты үҫтереү институтында үтәсәк республика ата-әсәләр йыйылышы темаһы «Балалар һәм үҫмерҙәр араһында белем биреү һәм тәрбиә-профилактик эште ойоштороу буйынса белем биреү учреждениеларының ата-әсәләр йәмғиәте менән үҙ-ара эш итеү» тип билдәләнгән.
Ғаилә һәм мәктәп балаларҙы тәрбиәләү һәм белем биреү мәсьәләһен бергә хәл итергә тейеш, тип иҫәпләй сараны ойоштороусылар – БР Мәғариф министрлығы. Осрашыуға бөтә төбәктән ата-әсәләр комитеттары рәйестәре, шулай уҡ Эске эштәр министрлығы, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре саҡырылған.
Тикшерергә планлаштырған төп мәсьәләләр – уҡыусылар араһында юл-транспорт һәләкәттәрен һәм хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү, уларҙың сәләмәтлектәрен нығытыу.
Быйыл һәр районда һәм ҡалала ата-әсәләр йыйылышының тура трансляцияһы ойоштороласаҡ, шуға күрә ғәҙәттәгегә ҡарағында ҡатнашыусыларҙың һаны күберәк булыуы көтөлә.
Тура трансляцияға һылтанма ведомствоның рәсми
сайтында
урынлашасаҡ.
Йыйылыш 11 сәғәттә башлана.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
белем биреү
республика ата-әсәләр йыйылышы
Читайте нас