12:38 (UTC+5), 13 Февраля 2014

Республика министрҙары һөнәр алмаштырасаҡ

Галина Бахшиева
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, 2013 йылдың мартында старт алған, «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектын тергеҙеүе тураһында иғлан итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уның төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу.
- Беҙҙең маҡсат – бер кем дә шунда уҡ министр, депутат йәки президент булып китмәй. Эре түрәләр үҙ миҫалы менән йәштәргә ҡул менән эшләүҙең бер ни тиклем оят булмауын күрһәтәсәк. Өҫтәүенә бөгөн республика менән идара итеүсе күпселек власть органдары вәкилдәре үҙ хеҙмәт юлын нәҡ эшсе һөнәрҙәренән башлаған, — тип билдәләне БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Быйыл «Түрә һөнәрен алмаштыра» акцияһының тәүге ҡатнашыусыһы Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин буласаҡ, уның хеҙмәт юлы ҡасандыр Ишембай урман сәнәғәте хужалығында пилорамсы ярҙамсыһы сифатында башлана.
Өлкән синыфтарҙа, ул саҡта булған уҡытыу-етештереү комбинаты сиктәрендә, «Стәрлетамаҡ төҙөлөш» трестының 1-се төҙөлөш идаралығында уҡый. Республиканың буласаҡ урман ведомствоһы башлығы мәктәпте 3-сө разряд балта оҫтаһы таныҡлығы менән тамамлай.
Бөгөн министр йәмәғәтселеккә балта оҫтаһы белемен күрһәтәсәк. «Түрә һөнәрен алмаштыра»-2014 акцияһының тәүге этабы «Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә үтәсәк.
Былтыр эшсе костюмын республиканың бер нисә министры кейеп ҡараны. Шулай итеп, Башҡортостандың Һаҡлау министры Георгий Шебаев икмәк бешереү заводында үҙен икмәк һалыусы сифатында татыны. Төбәктең аграр ведомствоһы башлығы Николай Коваленко ваҡытлыса һауынсы булды. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бер аҙға штукатур-малярға әйләнде. Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта токарь һөнәрен самалап ҡараны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика