05:31 (UTC+5), 13 Февраля 2014

Рөстәм Хәмитов ШОС Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский менән осрашты

"Башинформ"
12 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры Сергей Канавский менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
ШОС һәм БРИКС саммитарын үткәреүгә әҙерлек планға ярашлы бара, тине Рөстәм Хәмитов.
- Был эште иң мөһим тип билдәләнек. Шул уҡ ваҡытта был ваҡиғаларға тик кәрәклене генә әҙерләйбеҙ. Глобаль, ғәйәт ҙур төҙөлөш эштәре алып барылмай. Саммитар үтәсәк Конгресс-холдың эске интерьеры яҡшыртыла. Ҡала инфраструктураһы өлөшө буйынса ҙур булмаған эштәр алып барыла. Республикала, атап әйткәндә Өфөлә, ҡунаҡханалар барлығында ҙур ғына бушлыҡ булды. Был бушлыҡты бөгөн тултырабыҙ – алты-ете яңы объект төҙөлә. Улар төрлө стадияларҙа бара. Әммә тап 2014 йыл аҙағына тиклем дүрт отель, 2015 йыл башында – тағы бер нисәне аласаҡбыҙ. Был беҙгә саммиттарҙы, талап ителгән шарттарға ярашлы, үткәрергә тулыһынса етәсәк.
Аэропортты һәм аэродромды яңырталар. Ул планға ярашлы эш. Ул уҙғарыласаҡ саммитарға ҡарамай. Аэропортыбыҙҙың халыҡ-ара өлөшө реконструкциялауҙы талап итә ине. Саммит – был осраҡта ресурстарҙы мобилизациялау, беҙҙең был предприятиенан яңы сифат алыу өсөн сәбәп кенә, — тип һөйләне республика башлығы.
Сергей Канавский үҙ сиратында, эре халыҡ-ара ваҡиғаны файҙаланыу мөмкинлеген, Башҡортостандың бөтә матурлығын күрһәтеү өсөн, һеҙ бик дөрөҫ һәм бик яҡшы файҙаланаһығыҙ, тип иҫәпләй. Тәҡдим ителгән концепция, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләттәр башлыҡтары самиты кеүек, ошондай эре сараны тормошҡа ашырыуҙа күрһәтелгән бөтә талаптарға тап килә, тип билдәләне Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма директоры.
Осрашыуҙың стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика