07:04 (UTC+5), 11 Февраль 2014

Башҡортостанда табипҡа кәрәҙле телефон аша яҙылып була

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда табипҡа ҡабул итеүгә кәрәҙле телефон аша ла яҙылып була. Был хеҙмәт БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәйләнеш-үҙәгенең Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге аша ғәмәлгә ашырыла. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге Стәрлетамаҡта медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәге базаһында урынлашҡан һәм эшләй.
Бөгөнгө көнгә Төбәк медицина мәғлүмәт-аналитика системаһын файҙаланыу менән Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Стәрлетамаҡ, Октябрь медицина ойошмалары һәм Талбазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Бүздәк Үҙәк район дауаханалары тоташҡан. 2014 йыл аҙағына тиклем, Өфөнән тыш, бөтә республика халҡын хеҙмәтләндерергә планлаштыралар.
- Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге эшенең схемаһы былай: үрҙә һаналып кителгән медицина ойошмаларына беркетелгән пациенттан табипҡа яҙылыу маҡсатында шылтыратыу килгәндә ул, ошо теләһе ҡайһы медицина ойошмаларында булған, буш оператор менән менән бәйләнешкә инә. Оператор пациенттың беркетелеү урыны буйынса беренсе звенолағы (терапевт, педиатр, гинеколог, стоматолог) табипҡа ҡабул итеүгә яҙырға тейеш. Кәрәҙле телефондан 0710 (МТС һәм «Билайн») һәм 0071 («МегаФон») ҡыҫҡа һандарға шылтыратыу бушлай. Шул уҡ ваҡытта теркәү, өй телефоны һәм интернет аша яҙылыу һаҡланасаҡ, — тип аңлатты БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары Светлана Кускарбекова. — Пациентҡа беренсе звено белгесенең ашығыс консультацияһы кәрәк булған осраҡта, оператор шылтыратыусыға йәшәү урыны буйынса медицина учреждениеһында кәрәкле табибтың яҡын арауыҡта ҡабул итеү ваҡыты тураһында мәғлүмәт еткерергә тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика