Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2014, 12:31

Өфөнөң Совет районы яңы электрон паспорт алды

Өфөнөң Совет районының электрон паспорты яңыртылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы. Мәғлүмәттәрҙе аныҡлау буйынса эште райондың территориаль һайлау комиссияһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш идаралығы менән берлектә башҡарҙы.
Атап әйткәндә, дөйөм бүлеккә (тасуири өлөшө), шулай уҡ «Һайлаусылар иҫәбе» кеүек бүлектәргә үҙгәрештәр индерелде. 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата баш ҡаланың Совет районында 127 545 кеше һайлау хоҡуғына эйә.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: