10:33 (UTC+5), 31 Ғинуар 2014

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Эльмира Сабирова
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы йома, 31 ғинуарҙа, үтте. Дәүләт билдәләрен республика һәм ил үҫешенә өлөш индәргән төбәк халҡы алды.
Миҙалдарҙы һәм РФ һәм БР почетлы исемдәрен биреү тураһындағы таныҡлыҡты Башҡортостан Президенты ҡулынан төрлө кешеләр, бөтә республикаға билдәле, үҙ коллективтары сиктәрендә генә билдәле булғандар алды. Тик барыһы ла улар, Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләүселәр.
- Был кешеләр үҙенең миҫалы менән, бөгөнгө кеүек шундай ауыр, яуаплы ваҡытта, уңыштарға өлгәшеп булыуҙы күрһәтә. Улар үҙҙәренең профессионаллеге менән теләгән бер маҡсатҡа ирешеп булыуҙы дәлилләне, — тип билдәләне республика Президенты. — Даими тәнҡитләү, ҡаршы фекер белдереүселәр ҙә бар, әлбиттә, ундайҙар әҙерәк. Бәлки, ундай кешеләр ҙә кәрәктер. Улар урынлашҡан хәлгә билдәле бер «тигеҙләмә» яһай, тип әйтәйек. Әммә йәмғиәтебеҙҙә булған күпселек кешеләр – ул барлыҡҡа килтереүселәр, улар үҙ хеҙмәте менән бөтә матди, рухи байлыҡтар тыуҙыра.
Рөстәм Хәмитов, наградалар яңы хеҙмәт ҡаҙаныштарына этәргес булып торор, тигән ышаныс белдерҙе.
- Һеҙҙе ҡотлап, һеҙгә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙҙә туҡталып ҡалмай тағы ла әүҙемерәк хеҙмәт итеүегеҙҙе аңлайбыҙ. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешер өсөн тағы ла көсөргәнешлерәк эшләүегеҙгә ышанабыҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Беҙҙең барыбыҙҙың да маҡсатыбыҙ дөйөм – йәмғиәтте алға этәреү, кешеләрҙең аҡыллы, тыныс, бәхәсһеҙ, бәрелешһеҙ тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Дуҫлыҡ ордены менән М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының кафедра мөдире Валерий Башенев наградланды.
Был көндө «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» орденын – «Медтехника» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалтдиновҡа, Салауат Юлаев орденын – спорт ветераны Әғлә Күсемовҡа, «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһен торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонинға тапшырҙылар.
Тематик йылда мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы мөхәррире Риф Арыҫлановҡа — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре», Башҡортостан рәссамдарының ижади союзы ағзаһы, рәссам Мөнир Зөбәйеровҡа — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы», Өфө «Нур» дәүләт татар театры артисы Лениза Ғәйнетдиноваға, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең балет артисы Рөстәм Хәйруллинға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы», почетлы исемдәре бирелде.
Алты кеше, улар араһында режиссер, балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары һәм уҡытыусыһы, балетмейстер-ҡуйыусы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика