08:54 (UTC+5), 30 Ғинуар 2014

Башҡортостан Президенты Рәсәйҙә перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү мәсьәләһе буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

"Башинформ"
29 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһында перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәргән видеоконференция режимындағы кәңәшмәлә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Кәңәшмәлә, 2014 йылдан алып 2016 йылға тиклем перинаталь үҙәктәрҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының 30 төбәгендә 32 перинаталь үҙәк төҙөлөргә тейеш, тип билдәләнде. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан дөйөм финанслау күләме 52 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
«Рәсәй Федерацияһының перинаталь үҙәктәре булған субъекттарҙа балалар һәм әсәләр үлеме күрһәткесе ярайһы уҡ кәмегән», — тине, ул был программаның төп маҡсаты булғанын билдәләп, Дмитрий Медведев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль программа сиктәрендә Өфөлә 130 урынлыҡ яңы Республика перинаталь үҙәге төҙөү планлаштырыла. Яҡынса объекттың хаҡы – 1 миллиард 976 миллион һум. Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фондынан субсидия 1 миллиард 476 миллион һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан бюджетынан 500 миллион һум бүленәсәк. Бөгөнгә проекталауға техник һәм медик-технологик бина әҙерләнгән, төҙөлөш өсөн ер участкаһы билдәләнгән.
Бынан тыш, Өфөлә «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмө средстволары иҫәбенә 95 койкалыҡ шәхси перинаталь үҙәк төҙөлөп бөтөп килә, ул объектҡа 1,8 миллиард һум һалған. Ул йыл һайын ике мең самаһы йөклө ҡатынды бәпесләтә аласаҡ. Үҙәкте ағымдағы йылдың ноябрендә асырға күҙаллайҙар.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика