10:49 (UTC+5), 30 Января 2014

Бөгөн Башҡортостанда 45 градусҡа тиклем иң һыуыҡ көн һәм төн

Галина Бахшиева
Бөгөн Башҡортостанда иң һыуыҡ көн һәм тағы ла, үткән төндәге кеүек, иң һыуыҡ төн, айырым райондарҙа минус 44-45 градусҡа тиклем һыуыҡ буласаҡ.
- Бөтә беҙҙең күҙаллауҙар тулыһынса тап килде. Бөгөн республикала һауа температураһы 35-36 градус һыуыҡ, Өфөлә – 30-31 тәшкил итәсәк, Башҡортостандың баш ҡалаһында саҡ ҡына йылыраҡ, тотош төбәк буйынса төндә – 33 градустан алып 36 градусҡа тиклем һыуыҡ булды, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева.
Ял көндәрендә һауа температураһы бер аҙ күтәреләсәк, тик күпкә түгел. Һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ, «тик сатлама һыуыҡтар ғына сигенәсәк».
- Әгәр бөгөн республика буйынса төндә айырым райондарҙа 44-45 градус һыуыҡ булһа, артабанғы көндәрҙә температура яҡынса биш-ете градусҡа күтәреләсәк, — тип белдерҙе Анна Козаева. — шәмбе-йәкшәмбелә, 1 һәм 2 февралдә, өҫтөнлөк иткән температура Башҡортостанда төндә – минус 25-30 градус, айырым райондарҙа 35-40 буласаҡ. Был айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығышы һәм көнсығышы. Көндөҙ һауа температураһы бик «сағыу» - 23-28 градус сигендә, урыны менән 33 градусҡа тиклем һыуыҡ.
Шәмбе, 1 февралдә, синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын күҙаллай, бигерәк тә республиканың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика