Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2014, 12:05

Хәйбулла районында яңы балалар баҡсаһы асылды

Хәйбулла районының Первомайское ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды. Элекке бина туҙған, ә урындағы мәктәптә уҡыусыларҙың һаны кәмеүгә бәйле, тағы ла бер учреждениены урынлаштырыу мөмкинлеге тыуа.
Мәктәп бинаһы яңыртыла: айырым инеү, аш-һыу, йоҡо, уйын бүлмәләре эшләнә. Нормаларға ярашлы учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазлана. Был эштәргә мәктәпкәсә белем биреүҙе модернизациялау программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 1 миллион 250 мең һум аҡса тотонола. Тағы ла 400 мең һуы урындағы бюджеттан бүленә. Яңы балалар баҡсаһын йыһазландырыу өсөн 500 мең һум файҙаланыла.
Яңы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 20 бала йөрөйәсәк. Былтыр быға оҡшаш балалар баҡсалары Атингән һәм Таштуғай ауылдарында асылды. Бөгөн Әбүбәкер ауылында балалар баҡсаһын мәктәп бинаһына күсереү буйынса эштәр бара, тип хәбәр иттеләр Хәйбулла районы хакимиәтенән.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас