Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2014, 17:47
Ауырғазы районы уҡыусылары ҡоштар өсөн 230 тағараҡ эшләп элде
Ауырғазы районында «Тағараҡ» экологик акцияһы уҙа. Ғинуарҙан алып мартҡа тиклем уҡыусылар ҡоштар йәшәгән урындарға тағараҡтар эшләп эләсәк. 230-ҙан ашыу тағараҡ үҙенең ҡанатлы ҡунаҡтарын көтә.
Акцияның төп маҡсаты – хайуандар донъяһына балаларҙа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Йола буйынса «Тағараҡ» йыл һайын ҡышҡы айҙарҙа уҙғарыла. 2014 йылда акцияның девизы: «Ҡоштарҙы – беҙҙең бәләкәй дуҫтарҙы һаҡлағыҙ».
Быйыл был экологик акцияның иң әүҙем ҡатнашыусылары башланғыс синыф уҡыусылары һәм 3-сө, 4-се балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре булды.
- Практик өлөшәнән тыш, акцияға теория инә. Район мәктәптәрендә ҡоштар тормошо тураһында лекциялар, экологик викториналар һәм һыуыҡ ваҡытта ҡоштарға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәләр үтә, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. — «Тағараҡ» акцияһы һуңында ҡоштарҙың тормошо тураһында балаларҙың иң яҡшы ғилми эштәре, шулай уҡ ҡанатлылар өсөн иң яҡшы «ашхана» билдәләнәсәк.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
экология
акциялар
Читайте нас