Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2014, 18:33
«Ҡар бөртөгө-2014» ғаилә туристик слеты һыуыҡтарға күрә күсерелде
«Ҡар бөртөгө-2014» ғаилә саңғы-туристик слеты алдағы йәкшәмбелә көслө һыуыҡтар күҙалланыу сәбәпле 2 февралдән 9-ына күсерелдә. Был турала Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Ҡар бөртөгө» махсус электр поездының расписаниеһы үҙгәрешһеҙ ҡала: 9 февралдә Дим станцияһынан айырым эликтричка 5 сәғәт 27 минутта ҡуҙғала, Өфөнән – 6 сәғәттә һәм һуңғы туҡталыш пунктына 1753-сө километрға 8 сәғәт 28 минутта килеп етә. Өфөгә китеү ваҡыты 16 сәғәт 8 минутта, туристар ҡалаға 18 сәғәт 34 минутта ҡайтып етәсәк. Димгә «Ҡар бөртөгө» 19 сәғәт 7 минутта килеп етәсәк. Мәскәү ваҡыты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡар бөртөгө-2014» ғаилә саңғы-туристик слеты дүртенсе тапҡыр Куйбышев тимер юлының 1753-сө километр туҡталышы эргәһендә элекке Голодный хуторы яланында үтәсәк. Саңғы ярыштары, тауҙан шыуыу, балалар өсөн конкурстар, спорт уйындары үткәреләсәк. Ата-әсәләр менән балаларға ял итеү өсөн йылытылған палатка лагеры ҡороу планлаштырыла. Күңел асыу программаһы поездың ҡуҙғалып китеү ваҡытынан алып башланасаҡ: тәғәйенләнгән урынға тиклем юл буйына конкурстар һәм викториналар уҙғарыласаҡ.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
туризм
Читайте нас