2013 йылдың ғинуар-ноябрендә Өфөлә 15,7 мең самаһы бала тыуҙы
Өфөлә демографик үҫеш һаҡланыуы күҙәтелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова.
- 2013 йылдың ғинуар-ноябрендә Өфөлә 15694 бала тыуҙы, 2012 йыл осорона ҡарағанда 745-кә күберәк, — тип хәбәр итте журналистарға Ольга Краснова.