08:06 (UTC+5), 23 Января 2014

Яңауылда янғындан зыян күреүселәргә республика халҡы бер миллион һум самаһы аҡса йыйҙы

Лариса Ветлугина коллажы
Эльмира Сабирова
Башҡортостан халҡы Яңауылда газ шартлауҙан зыян күреүселәргә миллион һум самаһы аҡса йыйҙы.
Аҡса йыйыу тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Иҫәп реквизиттары:
Наименование получателя: Янаульское финансовое управление (МАУ «Дворец молодежи» л/с 30070002120)
ИНН 0271002940 КПП 027101001
Банк получателя: филиал ОАО «Уралсиб» в городе Уфа.
к/с 30101810600000000770 БИК 048073770, р/с 40701810800053000001
КБК дохода 30399050057060000180
Республика халҡы аҡса менән генә түгел, ә янғындан бөлгән кешеләргә кәрәкле кейем һәм башҡа әйберҙәр менән ярҙам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан. Үткән көндәрҙә улар әйберҙәр йыйыу тураһында иғлан итте.
- Тәүлек эсендә 1,5 контейнер әйбер йыйылды. Дөйөм алғанда улар кейем. Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәренә мохтаж. Улар шәхси гигиена нәмәләре, урын-ер кәрәк-ярағы, юрғандар, мендәрҙәр, аш-һыу кәрәк-яраҡтары, — тип аңлаттылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында. — Гуманитар ярҙамды Яңауылға йома, 24 ғинуарҙа, алып барып бирәләр.
Көсөнән килгәнсе ярҙам итергә теләүселәр өсөн ҡабул итеү пунктының адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының дәүләт унитар предприятиеһы (инеү Пушкин урамы яғынан).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика