05:29 (UTC+5), 22 Января 2014

Башҡортостанды икенсе сәғәт бүлкәтенә күсереүҙәре ихтимал

Лариса Ветлугина коллажы
Игорь Савельев
Дәүләт Думаһына «Ваҡыт иҫәпләмәһе тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты индерелде, уның авторҙары – 98 депутаттан торған Думаның Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты башлығы Сергей Калашников етәкселегендәге төркөм. 20 ғинуарҙың кисе баҫылып сыҡҡан закон проекты ҡышҡы ваҡытты даими сифатта ҡайтарыу ғына түгел, ә Рәсәйҙе ун сәғәт зонаһына бүлеүҙе күҙаллай. Әгәр закон ҡабул ителһә, Башҡортостан Республикаһы Урал сәғәт бүлкәтенән (Мәскәү ваҡыты + 2 сәғәт) икенсе зонаға: Мәскәү ваҡыты + 1 сәғәткә, күсәсәк. Башҡортостандан тыш, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе һәм Коми Республикаһы был ваҡыт буйынса йәшәй башлауы ихтимал.
Закон проектының аңлатмалы яҙыуында әйтелеүенсә, бындай сәғәт зоналары «UTC бөтә донъяла координацияланған ваҡыттың сәғәт бүлкәтенә мөмкин тиклем яҡын булыу иҫәбе менән» (төбәктәрҙә ваҡыт астрономик ваҡытҡа яҡын буласаҡ) билдәләнәсәк. Депутаттар төркөмө, бүлкәттәрҙе Башҡортостан өсөн генә түгел, ә Омск өлкәһе, Приморье, Хабаровск крайы, Яҡут Республикаһының ҡайһы бер райондары өсөн «шылдырырға» кәрәк, тип иҫәпләй. Закон проекты авторҙары ғәмәлгә уны быйыл 26 октябрҙең 02 сәғәтенән алып индерергә тәҡдим итә: сәйәсмәндәр инде бер нисә тапҡыр белдереүҙәренсә, Сочиҙағы Олимпиаданы трансляциялау буйынса төҙөлгән халыҡ-ара килешеүҙәр арҡаһында ваҡыт «реформаһын» тиҙ генә үткәреп булмай.
Хәҙерге ваҡыт буйынса Башҡортостан 1919 йылдан, РСФСР-ҙа сәғәт бүлкәттәре индерелгәндән, алып йәшәй, шул уҡ ваҡытта республиканың көнбайыш өлөшө 1956 йылға тиклем икенсе бүлкәттә булды. Беҙгә күсергә тәҡдим ителәсәк «Мәскәү ваҡыты + 1 сәғәт» сәғәт бүлкәте үҙе Рәсәй Хөкүмәте менән 2011 йылда бөтөрөлгәйне, алдан унда Һамар һәм Ижевск йөрөнө.
Дәүләт Думаһының закон проектын ҡасан ҡарауҙары хәбәр ителмәй, әммә уның рәйесе Сергей Нарышкин, депутаттар уны «бик иғтибарлы» өйрәнергә ниәтләнә, сөнки «тема көнүҙәк», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика