12:40 (UTC+5), 21 Января 2014

Өфөләге ҡарттар йорто-интернатында Олимпия уты Эстафетаһына арналған концерт үтте

Арина Рәхимҡолова
Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Йәштәр парламенты ағзалары Өфөләге ҡарттар һәм инвалидтар йорто-интернатында йәшәүселәр өсөн тематик байрам концерты ойошторҙо. Сара Өфөлә үткән Олимпия уты Эстафетаһына арналды. Йорт-интернатҡа факел йөрөткән волонтерҙар килде.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты ағзаларынан тыш, кисәлә Өфөнөң 83-сө мәктәп-лицей уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты волонтерҙары ҡатнашты.
Социаль учреждениела йәшәүселәр тулыһынса тантана атмосфераһын тойһон өсөн, волонтерҙар Өфөлә Олимпия уты Эстафетаһы нисек үткәне тураһында махсус ролик әҙерләгәйне. Пенсионерҙар үҙҙәренең көйәрмәндәр икәнлеген танып, әлбиттә, Рәсәй йыйылмаһы өсөн борсоласаҡтарын белдерҙе. Олимпия уйындары барышында бында спорт ярыштарын ҡарауҙы ойошторорға планлаштыралар. Волонтерҙар ҡайҙа һәм ниндәй объекттарҙа эшләйәсәктәре тураһында һөйләне.
- Беҙ йорт-интернатта йәшәүселәрҙең тормошон үҙгәртә алмайбыҙ, әммә уны саҡ ҡына ҡыҙыҡлы итеп, яңы ваҡиғалар һәм тәъҫораттар менән тултырыу беҙҙең хәлдән килә. Күмәкләп беҙ уларға үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға ярҙам итәбеҙ, — тип үҙ тәъҫораттары менән уртаҡлашты БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге директоры урынбаҫары Алина Трусова.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика