08:33 (UTC+5), 16 Января 2014

Рөстәм Хәмитов I.A.S. International Катар компанияһы башлығы Иссам Абдул Салам менән осрашты

"Башинформ"
15 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов I.A.S. International (Катар) компанияһы етәксеһе менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов Катарҙан килгән ҡунаҡҡа Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләне, инвесторҙарҙы йәлеп итер өсөн республикала заманса ҡануниәт булдырылған, ул беҙгә эшләргә килгәндәргә ҙур ташламалар биреүен айырыуса билдәләп, уртаҡ хеҙмәттәшлек булдырырлыҡ бер нисә йүнәлештә фекер алышты.
- Республика Standard & Poor`s, Moody’s кеүек халыҡ-ара агентлыҡтарында яҡшы кредит рейтингына эйә, беҙҙә бурыс йөкләмәһе бик түбән, шуға күрә бурыс түләү һәләтлелеге рейтингында беҙ юғары позицияларҙа торабыҙ. Инвестиция әүҙемлегенең үҫешеүен тоябыҙ. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса инвестиция күләме 8,5 миллиард долларға етәсәк. Сит илдән капитал ағымы арта, сит ил инвестициялары күбәйә. Беҙ ысынлап та инвесторҙар өсөн яҡшы шарттар булдырабыҙ: республика территорияһында булған төрлө төр һалымдарға яҡшы ташламалар, административ кәртәләрҙең булмауы, эре инвестиция проекттарын оҙатып барыу, — тине Президент.
Республика башлығы «бергә эшләй алырлыҡ» бер нисә проектты атаны. Атап әйткәндә, тимер мәғдәндәрен ҡулланып юғары сифатлы суйын етештереү буйынса тау-металлургия комплексы, республика райондарының береһендә глюкоза, фруктоза алыу өсөн игенде тәрән эшкәртеү буйынса комплекс төҙөлөштәре. Президент шулай уҡ, Катар яғына республикала нефть-химия һәм химия өлкәһендә эре индустрия паркын төҙөүҙә ҡатнашырға, инвестицияларҙы хәләл продукцияһы сығарыу өсөн ауыл хужалығын үҫтереүгә, республикала йылға портын төҙөүгә һалырға тәҡдим итте. Автомобиль юлдарын төҙөү буйынса проект та ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал.
- Республика территорияһы буйлап «Санкт-Петербург — Көнбайыш Ҡытай»: Санкт-Петербург — Мәскәү — Татарстан — Башҡортостан — Ырымбур өлкәһе — Ҡаҙағстан — Ҡытай, автомобиль юлы коридоры үтәсәк. Юлдың 260 километры беҙҙең республика территорияһы аша үтәсәк. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә төҙөләсәк. Ул түләүле юл буласаҡ. Был Ҡытай һәм Көнбайыш Европаны тоташтырасаҡ бик мөһим транспорт артерияһы. Беҙ быйыл республика территорияһы аша үтеүсе участканы проектлауҙы тамамлаясаҡбыҙ. Хәҙер инвесторҙар эҙләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
- Беҙҙең республика 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмалары һәм БРИКС илдәре саммиттарын үткәреү урыны буласаҡ. Беҙ быйыл әҙерлекте тамамларға тейешбеҙ: яңы отелдәр төҙөләсәк, ҡала инфраструктураһы камиллаштырыласаҡ. Өфө яңы сифат аласаҡ. Бынан тыш, ошо көндәрҙә мин Мәскәүҙә булдым. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2021 йылда Бөтә донъя спорт уйындарын үткәреү өлкәһендә беҙҙе хупланы. Белеүемсә, Катар Рәсәйҙән һуң 2022 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын уҙғарырға әҙерләнә. Бергәләп эре спорт сараларына әҙерләнәсәкбеҙ. Бында ошондай төр объекттарҙы төҙөгәндә шәхси-дәүләт партнерлығы нигеҙен ҡулланып була, — тип билдәләне республика башлығы.
Үҙ сиратында, Иссам Абдул Салам, Өфөлә ҙур мөмкинлектәр һәм перспективалар күреүен билдәләне. Уның фекеренсә, осрашыу барышында әйтелгән бөтә инвестиция проекттары ысын барлыҡлы, бик ҡыҙыҡлы күренә. Һәр бер проект буйынса өҫтәмә осрашыуҙар, өйрәнеүҙәр буласаҡ, тип билдәләне ул.
Осрашыуҙың тулыһынса стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика