11:05 (UTC+5), 15 Января 2014

Радиожурналист Рәсүл Сәғитов яңы китабының презентацияһын үткәрә

Алик Шакиров
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте, «Башҡортостан» ТРК-һы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың «Имен-аман тороғоҙ!» яңы китабының презентацияһын үткәрә.
Был төплө баҫма үткән быуаттың 80 йылдарынан алып ватан тарихында үҙ урынын тапҡан йәмәғәт-сәйәсәт хәлдәрен, ваҡиғаларҙы, процестарҙы, ҡарарҙарҙы анализлауҙан тора. Улар авторҙың – тәүҙә гәзит хәбәрсеһе, һуңынан радиола етди программалар комментаторы һәм алып барыусыһы, әлеге ваҡыт шәхесенең, үҙ күреү-кисереүҙәренән тора. Китаптың ике бүлегендә радиожурналистика «кухняһына» айырыусы иғтибар бүленә, йәш белгестәргә эшлекле кәңәштәр бирелә. Баҫма шулай уҡ башҡорт әҙәби телен ҡулланыу яғынан да әһәмиәтле, сөнки унда авторҙың был өлкәлә күп йыллыҡ тәжрибәһе сағылыш тапҡан.
Китап презентацияһы 22 ғинуарҙа, 14 сәғәттә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының алтынсы корпусында, 202-се аудиторияла, Октябрь революцияһы урамы, 10 адресы буйынса үтәсәк. Унда «Китап» нәшриәте продукцияһының күсмә сауҙаһы ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика