09:59 (UTC+5), 14 Января 2014

ЮНЕСКО-ның Гәлсәр тажын Өфө уҡыусыһы кейҙе

Әлим Фәйезов
Өфө ҡалаһының 44-се мәктәбе уҡыусыһы Лия Мостафина Мәскәүҙә үткән «Рәсәйҙең гәлсәр тажы» конкурсында ЮНЕСКО-ның Гәлсәр тажына эйә булды. Бынан тыш, ул ике Гран-приға лайыҡ – «милли костюм» һәм «конкурс моделе» номинацияларында.
Өфөнөң 44-се мәктәбе директоры Оскар Латыпов хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәренән – Саратов, Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Өфө, Сочи, Таганрог, Балаков, Украина, Египет, Төркиә, Польшанан сығыш яһаусы 45 ҡатнашыусынан Өфө уҡыусыһы иң талантлыһы һәм сибәрерәге тип танылды.
Лия үҙе әйтеүенсә, ул өс ай дауамында «Һылыуҡай» — Bashkirian Beauty моделдәр агентлығында шөғөлләнә. Унда ошо бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарылыуы хаҡында белә.
Лия Мостафинанан тыш, Башҡортостандан «Һылыуҡай» агентлығынан ике ҡыҙ ҡатнаша.
- Лия Мостафина бик тыйнаҡ уҡыусы, яҡшы уҡый һәм мәктәптең йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, сит ил телдәрен өйрәнә, милли йолаларҙы ихтирам итә, — тип һөйләй йәш модель тураһында мәктәп директоры.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика