10:46 (UTC+5), 14 Января 2014

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы старт алды

Эльмира Сабирова
13 ғинуарҙа Республика иҡтисад лицей-интернатында инглиз теле буйынса олимпиада башланды. Был бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына ингән төрлө дисциплиналар буйынса 21 олимпиаданың беренсеһе. Олимпиаданың мәктәп һәм муниципаль этаптары Башҡортостанда 2013 йылдың октябренән алып декабренә тиклем уҙҙы. БР Мәғәриф министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, мәктәп этабында 5-11 кластарҙан 160 мең самаһы бала ҡатнашты. Төбәк этабында үҙҙәренең һәләтен 2500-ҙән ашыу уҡыусы күрһәтәсәге көтөлә.
Төбәк этабы 10 февралгә тиклем дауам итәсәк. Инглиз теленән башҡа, уға киләһе предметтар буйынса олимпиадалар инә: астрономия, сәнғәт (МХК), француз теле, география, физика, рус теле, биология, тарих, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре (ОБЖ), йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, хоҡуҡ, химия, физкультура, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (ИКТ), математика, экология, немец теле, технология, иҡтисад.
Төбәк этабында еңеүселәр яҙ үтәсәк бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашасаҡ. Улар олимпиадала еңеү яулаһа йәки лауреат булһа, шул предмет буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙан азат ителә. Шулай уҡ улар, ярашлы рәүештә, 60 һәм 30 мең һум күләмендә президент гранттарын аласаҡ.
Быйыл олимпиадаларҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре буласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика