Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2014, 18:29

Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәрен бүләкләнеләр

Республика журналистика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Өфөлә, Рәсәй матбуғаты көнө – 13 ғинуарҙа, үтте.
Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов йолаларҙың тамырҙары тураһында хәтерләп үтте. Рәсәй матбуғаты көнө – Бөйөк Петрҙың указы буйынса ойошторолған илдәге беренсе баҫма «Ведомости» гәзитен сығарыу иҫтәлегенә арналған. Рус телендәге матбуғаттың беренсе һаны 1703 йылдың 1 ғинуарында (иҫке стиль буйынса 13 ғинуарҙа) донъя күрә. Петр I гәзитте реформаларҙы үткәреүгә ҡаршы көрәшеүҙең мөһим сараһы һәм Рәсәй империяһының ҡеүәтен раҫлаусы итеп күрә.
Үҙҙәренең һөнәри байрамдарында тотош рәт ижади конкурс еңеүселәре дипломдар һәм бүләктәр алды. Уларҙы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, уның урынбаҫары Марат Ғәзизов, республиканың Журналистар союзы башлығы Артур Дәүләтбәков, БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Ғәббәс Әхмәтшин һәм республиканың башҡа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡотланы.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында интернет-баҫма вәкилдәре араһында «Башинформ» агентлығы Йәмәғәт электрон гәзитенең әҙәби мөхәррире Евгения Сюткина еңде. Республика гәзиттәре һәм журналдары журналистары араһында йылдың төп темаһы буйынса үҙ мәҡәләләре менән «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Нуретдинова айырылып торҙо. Иң яҡшы телевизион тапшырыуҙарҙы «Башҡортостан» ТРК-һы редакцияһы – «Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тәбиғәт көнө» акцияһы сиктәрендә, тәҡдим итте. «Тәбиғәтте һаҡлау» конкурсында ҡала, берләшкән, район киң мәғлүмәт саралары өсөн номинацияла беренсе урынға «Учалы гәзите» редакцияһы лайыҡ булды.
«Экомиг» республика фотоконкурсында «Кеше һәм тәбиғәт» номинацияһында беренсе урында – «Учалы гәзите»нең фотохәбәрсеһе Рәил Кәлимуллин, «Сәскә ат, Башҡортостан - тыуған төйәгем» номинацияһында – «Башкирская охотничья газета» фотохәбәрсеһе Фаил Абсатаров.
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәре мәсьәләләрен яҡтыртыу буйынса ижади ярышта юғары наградаларҙы үҙ номинацияларында «Башҡортостан», «Яңауыл таңдары» гәзиттәре һәм «Юлдаш» ижади берекмәһе яуланы.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре менән өлгөлө ҡулланыу конкурсында «Молодежная газета» хәбәрсеһе Андрей Королев, «Йәшлек» гәзите коллективы һәм «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаков бүләкләнде.
Башҡортостанда район матбуғат баҫмаларының сайттары араһында иң яҡшыһы тип, башҡорт телендә – «Ейәнсура таңдары», «Торатау» и «Ағиҙел» гәзите сайттары, рус телендә – «Архангельский вестник», «Белебеевские известия» и «Молодежная газета» сайттары танылды.
Киң мәғлүмәт сараларында сифат мәсьәләләрен яҡтыртыу конкурсында «Российская газета» хәбәрсеһе Гөлназ Данилова, «Башҡортостан» ТРК-һының «Юлдаш» студияһы вәкилдәре Ильнар Әхмәтгәрәев һәм Вадим Лаврентьев еңде.
Республика халҡының финанс һәм һалым белемен арттырыуға йүнәлтелгән темаларҙы иң яҡшы яҡтыртыу ижади ярыш йомғағында төрлө номинацияларҙа беренсе урынды «Башҡортостан», «Учалы гәзите» гәзите редакциялары һәм «Капитономика» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК-һының «Тамыр» телеканалы яуланы. Республикала финанс белемде иң әүҙем пропагандалаусы тип «Белебеевские известия» гәзитенән Зөлфиә Ғарифуллина танылды.
Хәйриә эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса конкурста үҙ номинацияларында беренсе урынды «Йәншишмә», «Красное знамя» гәзиттәре һәм «Ҡояш балалары» һәм «Ҡаршылыҡтар юҡ» программалары өсөн «Башҡортостан» ТРК-һының «Тамыр» телеканалының ижади коллективтары яуланы.
Иң яҡшы сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау конкурсы еңеүселәре – «Кызыл таң», «Октябрьский нефтяник», «Сельские огни» «Туймазинский вестник» гәзите редакциялары һәм Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының «Сәләм+» программаһы.
«Наркотикка ҡаршы көрәш» конкурсының төрлө номинацияларында «Путь Октября», «Белебеевские известия» гәзит редакциялары, «Спутник FM» радиостанцияһы, «Рик-ТВ» ТРК-һы (Бөрө ҡалаһы һәм Бөрө районы) һәм «Саҡмағош-ТВ» телеканалы.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: