10:11 (UTC+5), 13 Января 2014

Борис Мелкоедов киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

"Башинформ"
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов республика журналистарын, матбуғат, нәшриәт эше һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары – Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы.
- Был иҫ киткес байрам күп һөнәр кешеләрен – журналистарҙы, мөхәррирҙәрҙе, нәшриәт һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәрен, баҫма продукцияларын таратыусыларҙы, — үҙенең ижади хеҙмәте менән илдең һәм республиканың берҙәм мәғлүмәт киңлеген булдырыусыларҙың барыһын да берләштерә, — тип билдәләнгән ҡотлау мөрәжәғәтендә. — Ысынында иһә, беҙҙең редакцияларҙы матбуғат ҡына тип атауы ауыр, сөнки күп гәзиттәр һәм журналдар төрлө мультимедиаларҙы ҡулланып интернет-киңлекте, социаль селтәрҙәрҙе үҙләштерә, шуның менән күберәк уҡыусыларҙы һәм хатта тамашасыларҙы йәлеп итә. Һәм беҙ, был аудиторияның ошо сегментта даими рәүештә үҫешеүен беләбеҙ. Тап һеҙҙең профессионализмдан, белгәнлектән, төбәктә, илдә, донъяла булған ваҡиғаларҙы аңлауҙан кешеләрҙең кәйефе, уларҙың донъяны һәм үҙенең киләсәген күреү тора.
Ведомство башлығы өлкә хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәт, оҫталыҡ, ваҡиғаларҙы сағылдырғанда объективлыҡ һәм яуаплылыҡ өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм уларға сәләмәтлек, бәхет, шулай уҡ «яңы уңыштар һәм ижади еңеүҙәр» теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика