Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2014, 18:30
9 һәм 10 ғинуарҙа көслө ҡар яуыуы көтөлә
Башҡортостанда 9 һәм 10 ғинуарҙа көслө ҡар яуыуы һәм буран сығыуы көтөлә, тип иҫкәртә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.
Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көндөң болотло булыуы һәм ҡар яуыуы, кәм тигәндә, аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ. Алдағы ике көндә һауа температураһы төндә 8-12 градус һыуыҡтан түбән төшәсәк. Көндөҙ төбәктә минус ике-биш градусҡа тиклем йылытасаҡ.
Йәкшәмбе, 12 ғинуарҙа, температураның төндә минус 4 градусҡа тиклем һәм көндөҙ минус бер-ике градусҡа тиклем күтәрелеүе күҙаллана.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
һауа торошо
Читайте нас