08:19 (UTC+5), 31 Декабрь 2013

Сибайҙа 35 етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды

Әлим Фәйезов
Ошо көндәрҙә Сибайҙа етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.
Ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендәге үҙенең архитектура һәм төҫтәр гаммаһы менән айырылып торған 55 фатирлыҡ йортто «Оптима-С» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөп өлгөрттө. Сибайҙа йәшәүсе төрлө сәбәп менән бала сағында ата-әсәһенән мәхрүм ҡалған 35 йәш кеше торлаҡ алыу бәхетенә эйә булды. Был улар өсөн – үҙенсәлекле Яңы йыл бүләге.
Ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов өй туйлаусыларҙы был мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм уңыштар теләне.
«БР Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы төҙөлөштөң төп подрядсыһы булды. Тантанала ойошманың генераль директоры урынбаҫары Виктор Рассейкин ҡатнашты һәм торлаҡ алыусыларҙы ул да ҡотланы.
Сибайҙа Фонд төҙөгән был өсөнсө социаль йорт. 2012 йылда ике йорт файҙаланыуға тапшырылғайны. Яңы йылдың ғинуарында 35 фатирлыҡ яңы йортҡа нигеҙ һалынасаҡ. Сығыш яһаусылар төҙөлөш эштәренең юғары сифатлы итеп башҡарылыуын билдәләне. Бөтә квартал балаларын шатландырып, ихатаны тиҫтәләгән уйын элементтары менән балалар майҙансығы биҙәй, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика